Текст песни Elvin Grey, Раиль Уметбаев — Халkым минен

Киләсәккә атлай халҡым
Ҡанлы юлдар аша үтеп.
Үткәндәрҙе өйрәнәмен,
Тарих йомғактарын һүтеп.
Үткәндәрҙе өйрәнәмен,
Тарих йомғактарын һүтеп.

Быуаттарҙан оран һала
Олатайҙар рухы беҙгә:
Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк
Халҡыбыҙға, телебеҙгә!

Илем, халҡым һәм телемдең
Яҡлау, һаҡлау көткән мәле.
Халҡым ышанысын аҡлар
Ул һәм ҡыҙҙар тыуар әле.
Халҡым ышанысын аҡлар
Ул һәм ҡыҙҙар тыуар әле.

Быуаттарҙан оран һала
Олатайҙар рухы беҙгә:
Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк
Халҡыбыҙға, телебеҙгә!
Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк
Халҡыбыҙға, телебеҙгә!
Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк
Халҡыбыҙға, телебеҙгә!

Ҡурайымдың моңдарында.
Халҡым зары һәм үткәне.
Ҡобайыры, йырҙарында.
Уйлағаны һәм көткәне.

Понравилась статья? Поделиться с друзьями: